Конкурстар
21 Апреля , 10:00

Бәләбәй егете – Башҡортостан мистеры (әфәндеһе)

Бәләбәйҙән 18 йәшлек Даниил Кудерчук, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты студенты, – «Башҡортостан мистеры-2026» титулын алды.

Бәләбәй егете – Башҡортостан мистеры (әфәндеһе)Бәләбәй егете – Башҡортостан мистеры (әфәндеһе)
Бәләбәй егете – Башҡортостан мистеры (әфәндеһе)

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 17 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Башҡортостан мистеры-2026» I республика конкурсы һәм «Башҡортостан һылыуы-2026» XII республика матурлыҡ конкурсы финалдары үтте.

Таланттар конкурсын LUNA MODELS модель агентлығы ойошторҙо. Финалға әҙерлек сиктәрендә ҡатнашыусылар өсөн уҡытыу оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ фотоға төшөү һәм репетициялар үткәрелә. Конкурста республиканың төрлө мөйөштәренән 10 егет һәм 20 ҡыҙ ҡатнашты.

Финал шоуында улар визитка, милли кейемдәрҙә дефиле, интеллектуаль тур, бейеү номеры һәм киске кейемдәрҙә сығыш яһай.

Конкурсты ойоштороусы Луиза Закирйәнова һүҙҙәренсә, еңеүселәр төрлө конкурстарҙа, мода һәм талант фестивалдәрендә республика исеменән сығыш яһаясаҡ.

Даниил уңышҡа осраҡлы ғына өлгәшмәй. Ул үҙ өҫтөндә күп эшләй, үҫешә һәм камиллаша. Ижад менән ул биш йәшенән мауыға. Уның етәксеһе Ләйлә  Мансур ҡыҙы Воронова һөйләүенсә: «Башта Даниил «Гармония» балалар үҫеш студияһына килде, һуңынан «Таланттар академияһы» студияһына күсте, унда йырлай башланы.  Үҫә килә, «Паяц» халыҡ эстрада миниатюралары театрына йөрөй башланы һәм бөтә төп ролдәрҙе тиерлек уйнаны. Бынан тыш, интернетта дәрестәр алып, гитарала уйнарға өйрәнде».

Даниил Кудерчук башта «БДПУ мистеры-2025» тип таныла һәм унда «Илһам мистеры» исеменә лайыҡ булған. Был ҡаҙаныштары уның харизмаһын, талантын, артистизмын һәм үҙ-үҙен үҫтереүгә ынтылышын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан

 

Бәләбәй егете – Башҡортостан мистеры (әфәндеһе)
Бәләбәй егете – Башҡортостан мистеры (әфәндеһе)
Бәләбәй егете – Башҡортостан мистеры (әфәндеһе)
Автор:Светлана Прокофьева
Читайте нас