Конкурстар
14 Мая , 07:00

«Барыһына ла әҙербеҙ!»

11 - 12 майҙа Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында «Зарница 2.0» Бөтә Рәсәй уйынының төбәк этабы уҙҙы.

«Барыһына ла әҙербеҙ!»«Барыһына ла әҙербеҙ!»
«Барыһына ла әҙербеҙ!»

Ярышта конкурстың зона этабын уңышлы үткән һигеҙ команда көс һынашты. Ныҡышмалы көрәштә Бәләбәй гуманитар-техник колледжының «БДТК илһөйәрҙәре» командаһы еңеүселәр иҫәбенә инде һәм өсөнсө урын яуланы.

– Мин өсөн был «Зарница 2.0» конкурсында тәүге тапҡыр ҡатнаштым, ә командам ағзаларының был уйында ҡатнашыу тәжрибәһе булған. Баштан уҡ үҙебеҙгә конкурс призерҙары иҫәбенә инеү бурысын ҡуйҙыҡ. Остазыбыҙ Владимир Анатольевич Воробьев етәкселегендә тырышып әҙерләндек. Байтаҡ эш башҡарылды.

Уйын ҡайсаҡ хәрби уҡыуҙарҙан айырылманы. Һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн бер нисә етди һынау үттек, атап әйткәндә: тактик медицина, экстремаль шарттарҙа иҫән ҡалыу, ут әҙерлеге, шулай уҡ йыйылма команданың һәр ағзаһы өсөн айырым биремдәр һәм башҡалар. Ҡыйынлыҡтар ҙа булды, беҙ бөтә һынауҙарға ла әҙер инек, – тип һөйләне команда капитаны Константин Гаврилюк.

Фотолар: БДТК

 

«Барыһына ла әҙербеҙ!»
«Барыһына ла әҙербеҙ!»
«Барыһына ла әҙербеҙ!»
Автор:Алһыу Фәйезова
Читайте нас