

– Күргәҙмәлә ҡатнашыу идеяһы 2024 йылда ҡалабыҙҙа үткән күргәҙмәлә был проектты ойоштороусы - философия һәм юриспруденция докторы, «Император Православие Палестина Йәмғиәтенең» Сыуаш бүлексәһе етәксеһе Бассам Фәтхи Әл-Балауи менән танышҡандан һуң тыуҙы, - тип уртаҡлашты рәссам.
Э. Мөхәмәтшина – Бәләбәй ҡалаһының «Шишмә» үҙешмәкәр рәссамдар халыҡ коллективы ағзаһы, ваҡыты-ваҡыты менән үҙ эштәрен күрһәтә, конкурстарҙа ҡатнаша. «Көмөш шишмә» АРТ-пленэры күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт хаттары, дипломдар менән бүләкләнгән.
«Фәләстан йәштәре» эше пейзаж ғына түгел, ә буяуҙарҙа доға ҡылыу, оноторға ярамаған нәмәләрҙе хәтерҙә тоторға тырышыу. Фәләстандар - ысын геройҙар, улар көн һайын иҙелеүгә дусар. Һәр илдәге һәр кеше уларҙың был бөтмәҫ һыҙланыуҙарын тоя...», - тип аңлатты Эльмира Әхәт ҡыҙы ижади ниәтен.
– Һеҙҙең картина халҡыбыҙға бик оҡшаны. Ул – бик матур! Эш менән илһамланып, мин Эльмира Мөхәмәтшинаның «Фәләстан йәштәре» тигән мәҡәлә яҙҙым. Мәҡәлә Иерусалимдың ғәрәп телендә сыҡҡан үҙәк гәзитендә донъя күрҙе. Баш мөхәррир Һеҙгә хеҙмәтегеҙ, күңелегеҙ һәм хис-тойғоларығыҙ өсөн рәхмәт белдерҙе. Һеҙ – талантлы рәссам, артабан да ижад итеүегеҙҙе дауам итегеҙ, – тип хәбәр итте Рәсәй рәссамына доктор Бассам.
«...Картина сәнғәттең донъяны сағылдырыуҙан тыш, уға ҡарашыбыҙҙы үҙгәртә алыуын иҫкә төшөрә, беҙҙә шәфҡәтлелек, хәтер һәм өмөт тойғоһо уята», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алған ул мәҡәләлә.
Проектты ойоштороусы һүҙҙәренсә, «Фәләстан - Рәсәй һәм сит ил рәссамдары күҙлегенән» күргәҙмәләр серияһы төрлө илдәрҙән 3000-дән ашыу ижади кешене берләштергән. Улар Рәсәйҙең 187 һәм 11 сит ил майҙансығында, шул иҫәптән Газа, Иерихон, Вифлеем, Иерусалим һәм Амманда үткән дә инде. Төп миссия – донъя берләшмәһенең иғтибарын Фәләстан халҡының фажиғәһенә йәлеп итеү, Изге Ерҙә тыныслыҡ, азатлыҡ һәм ғәҙеллек идеяларын раҫлау.
Фотолар: Э. Мөхәмәтшина архивынан