Конкурстар
4 Августа , 06:00

Һаламдан эшләнгән еңеү

Бәләбәй ҡалаһының «Яңы быуын» балалар-үҫмерҙәр үҙәге тәрбиәләнеүселәре Карина Бикмөхәмәтова һәм Рината Ҡоҙаярова «Һөнәрҙәр палитраһы-2026» Бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡулланма һәм техник ижад конкурсында беренсе дәрәжәләге лауреаттар булды. Юғары һөҙөмтәгә ҡыҙҙар уҡытыусылары Лариса Гурова етәкселегендә өлгәшкән.

Һаламдан эшләнгән еңеүҺаламдан эшләнгән еңеү
Һаламдан эшләнгән еңеү

Конкурстың һуңғы этабы 27-30 июлдә Калуга өлкәһендә «Этномир» мәҙәни-мәғариф туристик үҙәгендә үтте һәм «Йолалар әйлән-бәйләне» Бөтә Рәсәй фестиваленең бер өлөшө булды. Финалда илебеҙҙең төрлө төбәгенән 265-тән ашыу уҡыусы осрашҡан.

Карина менән Ринатаның эштәре - һаламдан аппликациялар - үҙ номинацияһында иң яҡшылары тип танылған. Бәләбәй ҡыҙҙары һөйләүенсә, еңеүгә юл финалға тиклем күпкә алда башланған: тәүҙә аппликацияларҙың фотолары менән тикшеренеү эштәрен ебәрергә кәрәк булған. Һәр ҡайһыһының кейсына өсөшәр эш ингән: Каринаның - «Ләлә-Тюльпан», «Бейеүсе пар» һәм «Түбәлә ҡауҙы» аппликациялары, Ринатаның - «Ғаиләм», «Минең төйәгем» һәм «Күл буйындағы йорт». Жюри ҡыҙҙарҙың проекттарын юғары баһалаған һәм уларҙы төп этапҡа саҡырған.

Йәш оҫталар үҙҙәренең проекттары менән таныштырған: уй-фекерҙәре, ҡулланылған материалдар һәм картиналар эшләү процесы хаҡында һөйләгән. Жюри изделиеларҙы ғынв түгел, ә шулай уҡ художество алымдарын дәлилләй, һорауҙарға яуап бирә белеү оҫталығын да баһалаған. Карина Бикмөхәмәтова әйтеүенсә, был этап иң ҡатмарлыһы булған, ә ҡыҙҙар уны уңышлы башҡарып сыҡҡан.

Конкурс программаһынан тыш, фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн бай эстәлекле мәҙәни программа ла әҙерләнгән. Карина һәм Рината «Этнодонъя» этноихаталары буйлап экскурсияла булған – был уларға төрлө халыҡтарҙың йолалары тураһында күп яңы мәғлүмәт алырға ярҙам иткән. Бынан тыш, ҡыҙҙар ижади әүҙемлектән ситтә ҡалмай һәм төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша.

Үҙенең ҡаҙаныштары өсөн Карина менән Рината I дәрәжә лауреат миҙалдары һәм дипломдар менән бүләкләнгән.

Фотолар: «Яңы быуын» балалар-үҫмерҙәр үҙәге

 

Һаламдан эшләнгән еңеү
Һаламдан эшләнгән еңеү
Һаламдан эшләнгән еңеү
Һаламдан эшләнгән еңеү
Һаламдан эшләнгән еңеү
Автор:Алһыу Фәйезова
Читайте нас