Конкурстар
21 Августа , 05:00

Ижад һәм хоҡуҡ

Башҡортостан Республикаһының Конституция советы Ҙур һәм татыу ғаилә йылында «Минең ғаиләм һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы» балалар һүрәте конкурсы үткәрә. Был ғаилә проектында балалар һәм ғаилә ағзалары ҡатнаша ала.

Ижад һәм хоҡуҡИжад һәм хоҡуҡ
Ижад һәм хоҡуҡ

Конкурс өс этапта үткәрелә: һүрәттәр йыйыу (2026 йылдың 1 сентябренән 30 октябренә тиклем), баһалау этабы (1 ноябрҙән 30 ноябргә тиклем) һәм бүләкләү тантанаһы (2026 йылдың декабре).

Унда 1-9 класс уҡыусылары ҡатнаша ала.

Ҡатнашыу өсөн һүрәт әҙерләргә һәм заявка тултырырға кәрәк. Әҙер эштәрҙе почта аша ебәрергә йәки 450008, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 46 адресы буйынса шәхсән килтерергә мөмкин.

Тулыраҡ мәғлүмәт - Башҡортостан Республикаһы Конституция советының рәсми сайтында: ksrb.bashkortostan.ru

Һорауҙарығыҙ булһа, ойоштороусылар 8 (347) 280-86-30 телефоны буйынса яуап бирергә әҙер.

Бәлки, һеҙҙең балағыҙҙың һүрәте еңеүсе булыр! Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла илһам теләйбеҙ!

Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас