Конкурстар
13 Октября , 10:00

Күп яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белгән

Бәләбәй ҡалаһының 1-се балалар сәнғәт мәктәбенең «Һынлы сәнғәт» бүлеге уҡытыусыһы Сакова Алена Валерьевна «Балалар сәнғәт мәктәбенең иң яҡшы уҡытыусыһы» Дөйөм Рәсәй конкурсының округ этабында ҡатнашты. Ул Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһаны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күп яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белгәнКүп яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белгән
Күп яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белгән

Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ойошторған конкурс 2009 йылдан алып үткәрелә. Уның төп бурысы – иң яҡшы педагогтарҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, шулай уҡ художестволы белем биреү системаһын һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү.

Быйыл округ этабында Волга буйы федераль округының төрлө төбәктәренән 14 педагог үҙ  тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Конкурс Л.В. Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһында үтте. Уҡытыусылар үҙ-үҙе менән таныштырыу, асыҡ дәрестәр һәм методик семинарҙар аша оҫталыҡтарын күрһәтте, тармаҡ дискуссияларында ҡатнашты.

Алена Сакова үҙен ысын профессионал итеп күрһәтә. Был ҡыҙыҡлы һәм танып белеү ваҡиғаһы иҫтәлеге булып уның конкурста ҡатнашыусы дипломы ҡала.

1-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһының шәхси һәм профессиональ сифаттары коллегалары араһында ихтирам яулаған. «Алена Валерьевна – талантлы педагог һәм ҙур йөрәкле кеше. Үҙенең оҫталығы менән ул уҡыусыларының хөрмәтен яуланы», тип билдәләй уның коллегалары.

– Минең өсөн конкурс тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы белем алыу, шулай уҡ файҙалы танышыуҙар һәм фекерҙәштәр менән аралашыу мөмкинлеге булды, – тип уртаҡлашты ҡатнашыусы.

Светлана Прокофьева әҙерләне.

Фотолар А. Сакова архивынан

Күп яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белгән
Күп яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белгән
Күп яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белгән
Күп яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белгән
Күп яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белгән
Күп яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белгән
Автор:Светлана Прокофьева әҙерләне
Читайте нас