Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Август 2022, 17:00

Күпер киңәйтелә

Репьевка ауылы эргәһендә Өсән йылғаһы аша һалынған күпергә капиталь ремонт яһала.

Күпер киңәйтелә
Күпер киңәйтелә

Ул Бәләбәй – Иҫке Семенкин – Ҡаңны-Төркәй автомобиль юлында урынлашҡан. Эштәрҙе «СЭНАРДЖИ-Өфө» йәмғиәте башҡара.

– Күпер аҫтындағы конструкцияларҙы нығыттыҡ. Әле уны киңәйтеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Элек күперҙең киңлеге ете метр булһа, хәҙер һигеҙгә еткерәбеҙ, – тип һөйләне беҙгә прораб Фәүзи Башмаков. – Был күпер аша сыҡҡанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк.

Ремонт эштәрен тамамлау быйыл 15 ноябргә тәғәйенләнгән. Әммә күпер төҙөүселәр объектты иртәрәк, октябрҙә үк тапшырырбыҙ, тип өмөтләндерәләр.

Елена Петрова фотолары

 

Күпер киңәйтелә
Күпер киңәйтелә
Күпер киңәйтелә
Күпер киңәйтелә
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: