Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Октябрь 2022, 15:00

М-5 федераль трассаһын яңы участкаһы файҙаланыуға тапшырылды

Магистраль киңәйтелгән, транспорт ағымдары араһында тимер барьерҙар, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. Һайран-Ҡандра йүнәлешендә юлүткәргес тә төҙөлгән.

М-5 федераль трассаһын яңы участкаһы файҙаланыуға тапшырылды
М-5 федераль трассаһын яңы участкаһы файҙаланыуға тапшырылды

Подрядсы ойошма өсөн федераль трасса участкаһы Башҡортостандағы тәүге объект булыуға ҡарамаҫтан, эш ваҡытында башҡарылған.

Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса юлсыларҙы Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тәбрикләне. Ҡотлау телмәрендә ул М-5 федераль трассаһының яңы участкаһы Башҡортостандың инфраструктура үҫешенә ифрат ҙур өлөш индереүен дә билдәләне.

Күркәм йола буйынса юл участкаһын сафҡа индереү тантанаһында Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Федераль трассаның яңы участкаһы Рәсәй юлдарын киңәйтеү комплекслы системаһын яңыртыу сиктәрендә ғәмәлгә ашырылды. Документ ил президенты тарафынан раҫланған. Уға ярашлы, 2030 йылға тиклем Башҡортостан аша үткән М-5 федераль трассаһын 6 йәки 4 һыҙатлы итеп киңәйтеү ҡарала.

М-5 федераль трассаһының был өлөшөнән тәүлегенә 15 мең самаһы транспорт сараһы үтә. Хәҙер ул тулыһынса заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Шуға ла юлдың был өлөшөндә авариялар бермә-бер кәмер тигән фекерҙә белгестәр.

 

М-5 федераль трассаһын яңы участкаһы файҙаланыуға тапшырылды
М-5 федераль трассаһын яңы участкаһы файҙаланыуға тапшырылды
М-5 федераль трассаһын яңы участкаһы файҙаланыуға тапшырылды
Автор:
Читайте нас: