Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Октябрь 2022, 11:00

«Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик премияһының финалы Өфөлә уҙа

31 октябрҙән 2 ноябргә тиклем Өфөлә «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик премияһының финалы уҙа, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтендә.

«Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик премияһының финалы Өфөлә уҙа
«Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик премияһының финалы Өфөлә уҙа

Еңеүгә 66 төбәктән 340-тан ашыу проект дәғүә итә, шуларҙың 38-е - Башҡортостандан. «Йыл маршруты» Рәсәй туристик премияһы 2014 йылда булдырылған һәм туристик маршруттар булдырыу һәм үҫтереү буйынса ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Ошо йылдар эсендә конкурсҡа бөтәһе 2,7 меңдән ашыу проект тәҡдим ителгән.

Бөтә Рәсәй туристик премияһының финалы этнотуризм буйынса халыҡ-ара форум барышында уҙасаҡ.

«Башҡортостан – Рәсәйҙең сәйәхәт итеү һәм әүҙем үҫешкән туриндустрия өсөн уникаль мөмкинлектәре булған иң матур төбәктәренең береһе. Форум бер майҙансыҡта илебеҙҙәге иң яҡшы тәжрибәне тупларға ярҙам итәсәк, яңы берлектәге проекттар өсөн башланғыс нөктәгә әүереләсәк һәм ил биләмәһендә трендлы туристик маршруттарҙы үҫтереү өсөн ҡеүәтле стимул бирәсәк», – тип белдерҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Форум программаһында – пленар сессия, төрлө түңәрәк өҫтәлдәр һәм секциялар, шулай уҡ «Халыҡ-ара этномәҙәни туризм» күргәҙмәһе.

Этнотуризм буйынса халыҡ-ара форум «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә ойошторолған. Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән ҙур проект эске һәм ситтән килеү туризмына дәүләт ярҙамын, уның бөтә йүнәлештәрен үҫтереүҙе һәм ошо өлкәлә эшләүсе эшҡыуарҙар өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Автор:
Читайте нас: