Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Ноябрь 2022, 13:00

Юл ҡағиҙәләрен нисек белеүегеҙҙе тикшерегеҙ!

 Уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән «Хәүефһеҙ юлдар» тигән онлайн-олимпиадала ҡатнашып, юл ҡағиҙәләре йәһәтенән белемегеҙҙе тикшерергә һәм арттырырға була.

Юл ҡағиҙәләрен нисек белеүегеҙҙе тикшерегеҙ!
Юл ҡағиҙәләрен нисек белеүегеҙҙе тикшерегеҙ!

Уҡыусылар, https://dorogi.uchi.ru/qna һылтанмаһы аша үтеп, Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһында ҡатнашыу өсөн теркәлегеҙ. 1-нән 20 ноябргә тиклем дауам итәсәк ул. Тәүҙә тест һорауҙарына әҙерләнеп, мәсьәләләр буйынса күнекмәләр эшләп алырға мөмкин. Олимпиадаға 1 сәғәт ваҡыт бирелә. 

Бер аҙнанан һуң «Минең портфолио» бүлегендә диплом йә грамота аласаҡһығыҙ.

Олимпиада «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә үткәрелә.

Фото: yandex.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: