Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ноябрь 2022, 10:00

Интернетһыҙ – донъя һанһыҙ

Киләһе йыл республиканың 247 ауылы кәрәҙле элемтә һәм мобиль интернет менән тәьмин ителәсәк.

Интернетһыҙ – донъя һанһыҙ
Интернетһыҙ – донъя һанһыҙ

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында ошондай һандар яңғыраны. Кәңәшмәлә шулай уҡ автотрассаларҙа тотороҡло бәйләнеш сигналы булдырыу мәсьәләһе тикшерелде. Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин республикала 40 автомобиль юлының төбәк статусына эйә булыуын хәбәр итте.

Башҡортостан башлығының 2024 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫештең стратегик йүнәлештәре тураһындағы Указын тормошҡа ашырыу барышында ведомство төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдары оҙонлоғоноң 90 проценттан ашыуын кәрәҙле элемтә сигналы менән тәьмин итеү буйынса план әҙерләгән.

Фото Хөкүмәт сайтынан

Автор:
Читайте нас: