Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Декабрь 2022, 13:00

Бәләбәй районында үҫтерелгән яҫмыҡ борсаҡ күрше төбәккә юлланды

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың Бәләбәй районы хужалығы үҫтергән яҫмыҡ борсаҡ партияһы Татарстанға юлланды.

Бәләбәй районында үҫтерелгән яҫмыҡ борсаҡ күрше төбәккә юлланды
Бәләбәй районында үҫтерелгән яҫмыҡ борсаҡ күрше төбәккә юлланды

Башҡортостан Республикаһы идаралығы белгестәре экспортҡа оҙатылған 269 тоннанан ашыу игенде тикшерҙе. Һайлап алынған культура өлгөләре лабораторияла экспертиза үтте, тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, ул сифаты буйынса талаптарға яуап бирә.

Был ҡуҙаҡлы культураны быйыл Бәләбәй, Мәләүез һәм Йәрмәкәй райондары хужалыҡтары үҫтерҙе. Республикала уның дөйөм майҙаны 2,5 мең гектар тәшкил итә. Быйыл республика аграрийҙары ике мең 23 тонна яҫмыҡ борсаҡ уңышын йыйып алды.

Мәғлүм булыуынса, культураларҙы экспортҡа оҙатыу илебеҙҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә 269,3 миллион доллар күләмендәге агросәнәғәт комплексы тауары экспортҡа сығарылған.  Унда төп өлөштө май продукцияһы (69,5%) биләй, икенсе урында – майлы культураларҙың орлоғо, спирт, бал һәм башҡалар (16%), иген культуралары әлегә 5,3 процент тәшкил итә.
Фото: 2sotki.ru

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: