Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Ғинуар 2023, 13:00

15 ил беҙҙән ағас һатып алған

2022 йылда республиканың ағас эшкәртеү комплексы 120 мең 955 кубометр ағасты экспортҡа сығарған, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Россельхознадзор идаралығының матбуғат хеҙмәте.

15 ил беҙҙән ағас һатып алған
15 ил беҙҙән ағас һатып алған

Башҡортостанда ылыҫлы һәм япраҡлы ағастарҙан етештерелгән таҡталар, бурса һәм башҡа продукцияны Әзербайжан, Әрмәнстан, Афғанстан, Беларусь, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Ҡытай, Латвия, Литва, Вьетнам, Үзбәкстан, Эстония, Чехия һатып алған.

Мәҫәлән, 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, Россельхознадзор территориаль идаралығы төбәктең урман сәнәғәте комплексы тарафынан донъяның 19 иленә сығарылған бөтәһе 152 мең 164 кубометр күләмендә ағастан етештерелгән материалдарҙың 4039 партияһын контролдә тотҡан.

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: