+14 °С
Болотло
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
«Бүленгән сумманы тотоноуҙы һәм төҙөлөш эштәрен башҡарып сығыуҙы ваҡытында тәьмин итеү генә түгел, ә уҡыусыларҙы һәйбәт уҡыуға рухландырған уңайлы биләмә булдырыу ҙа мөһим», – тине Андрей Назаров.
Бөгөн ремонт эштәре республиканың 80 мәғариф учреждениеһында бара, уларҙа шөғөлләнгән уҡыусылар ваҡытлыса башҡа тирә-яҡ мәктәптәрҙә уҡый, был осраҡта барлыҡ санитар талаптар күҙәтелә.
Фото: «Башинформ».