Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Ғинуар 2023, 15:00

«Шыршыларҙы – эшкәртеүгә!»

2023 йылдың 15 ғинуарында Бәләбәй, Туймазы, Октябрьский, Дәүләкән ҡалаларында, Шаран, Раевка, Буздәк, Баҡалы ауылдарында ылыҫлы ағастарҙы йыйыу һәм эшкәртеү буйынса «Шыршыларҙы – эшкәртеүгә!» экологик акцияһы уҙғарыла. Акцияны «Экология Т» йәмғиәте ойоштора.

«Шыршыларҙы – эшкәртеүгә!»
«Шыршыларҙы – эшкәртеүгә!»

Яңы йыл байрамдарынан һуң шыршылырҙы сығарып ташламайынса эшкәртергә тапшырырға мөмкин була.

«Экология Т» төбәк операторы бының өсөн махсус контейнерҙар (бункерҙар) ҡуя. Бәләбәйҙә шыршыларҙы Ҡыҙыл урам, 138 адресы буйынса тапшырырға була.

Шыршыларҙы 15 ғинуарҙа 12-нән 15 сәғәткә тиклем ҡабул итәләр. Ағасын тапшырған һәр кемгә символик бүләк бирәсәктәр.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: