Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Февраль 2023, 17:00

Башҡортостан 2022 йылда «Мәҙәниәт» милли проекты күрһәткестәрен үтәгән

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Мәҙәниәт» милли проектын ғәмәлгә ашырыу йомғаҡтарына арналған федераль кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны видеоконференция рәүешендә Рәсәй Хөкүмәте башлығы урынбаҫары Татьяна Голикова уҙғарҙы. Ул тармаҡтың өҫтөнлөклө эш йүнәлештәре һәм 2023 йылға төп бурыстар тураһында һөйләне.

Башҡортостан 2022 йылда «Мәҙәниәт» милли проекты күрһәткестәрен үтәгән
Башҡортостан 2022 йылда «Мәҙәниәт» милли проекты күрһәткестәрен үтәгән

– Һеҙ беләһегеҙ, уҙған йыл ябай булманы, шулай ҙа алдыбыҙға ҡуйған бурыстарҙың барыһын да үтәнек. Төбәктәрҙең күпселеге 2022 йылға планлаштырған һөҙөмтәләргә иреште, – тип билдәләне Татьяна Голикова.

Башҡортостан 2022 йыл йомғаҡтары буйынса «Мәҙәниәт» милли проекты күрһәткестәрен тулыһынса үтәгән. Атап әйткәндә, 27 мәҙәниәт объекты төҙөкләндерелгән һәм ремонтланған. Был маҡсатҡа бюджеттан 1 млрд һум аҡса бүленгән.  

Бынан тыш, федераль бюджеттан 750 миллиондан ашыу аҡса алынған. Шуның һөҙөмтәһендә уҙған йыл бер музей, дүрт балалар сәнғәт мәктәбе капиталь ремонтланған.

Һөҙөмтәлә 1,5 мең бала уҡыу шарттарын яҡшырҡан. Тағы 17 балалар сәнғәт мәктәбе 330 яңы музыка ҡоралдары һәм 1,5 мең берәмек уҡыу ҡорамалы алды.

2023 йылда Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры капиталь ремонтланып бөтәсәк, ә 2024 йылда Ҡурсаҡ театры үҙгәртеп ҡороласаҡ.

Башҡортостан башлығы кәңәшмәлә шулай уҡ Өфө циркын тиҙерәк ремонтларға кәрәклеген әйтте.

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайты.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: