Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Февраль 2023, 17:00

Күршеләрҙә ниҙәр бар? – Спорт-һауыҡтырыу комплексы асылған!

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проектына ярашлы Октябрьскийҙа «Миллениум» күп йүнәлешле спорт-һауыҡтырыу комплексы асылған.

Күршеләрҙә ниҙәр бар? – Спорт-һауыҡтырыу комплексы асылған!
Күршеләрҙә ниҙәр бар? – Спорт-һауыҡтырыу комплексы асылған!

Баҡса ҡулсаһында урынлашҡан бинала, «Нефтсе» паркында өс мең квадрат метр майҙанда тренажерлы спорт залдары, матурлыҡ салоны, ресторан бар. Панорамалы тәҙрәләр, заманса йыһаз, итәғәтле персонал – бында барыһы ла үҙенә йәлеп итә.

Яңы комплекста 60 яңы эш урыны булдырылған. Уңайлы залдарҙа һаулығыңды хәстәрләү өсөн шарттар тыуҙырылған, паркта йөрөп ҡайтҡандан һуң ғаиләң менән ресторанда ултырыу мөмкинлеге лә бар.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: contenta.info

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: