Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Февраль 2023, 15:00

Үҙ эшен асырға теләгәндәр өсөн

«Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә бушлай уҡытыу федераль программаһы ғәмәлгә инде.

Үҙ эшен асырға теләгәндәр өсөн
Үҙ эшен асырға теләгәндәр өсөн

Проектта 50 йәштән өлкән граждандар, өс йәшкәсә бала тәрбиәләү буйынса отпускыла булған ҡатын-ҡыҙҙар, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың эшләмәгән әсәләре, 35 йәшкәсә дәғүәселәрҙең айырым категориялары, шулай уҡ эшһеҙҙәр йәки эштән бушатылыу хәүефе янаған граждандар ҡатнаша ала.

да республикала 6,3 меңдән ашыу кеше ошондай мөмкинлектән файҙаланған. Уларҙың 84 проценты уңышлы эшкә урынлашҡан: был - Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, республиканың мәшғүллек үҙәктәре тарафынан тормошҡа ашырылған был программа халыҡта ҙур популярлыҡ менән файҙалана, шуға күрә йыл һайын квотаның арттырып үтәлеше күҙәтелә.

– 2023 йылда «Демография» милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың 2,9 мең самаһы кешеһе яңы белем ала аласаҡ. Ләкин был - республика өсөн минималь квота, әгәр былтырғы кеүек, халыҡ араһында ҙур ихтыяж булһа, беҙ барлыҡ теләүселәрҙе ҡайтанан уҡытырға әҙер буласаҡбыҙ. Шуны әйтергә кәрәк: программа уңышлы эшләй һәм граждандарға яңы һөнәр алыу ғына түгел, йыш ҡына күңелдәренә оҡшаған эш табырға ла ярҙам итә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Ленара Иванова.

Автор:
Читайте нас: