Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Март 2023, 11:00

«Экология» милли проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итә

Башҡортостанда былтыр «Экология» милли проекты буйынса 1,5 миллиард һум йәлеп ителгән.

«Экология» милли проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итә
«Экология» милли проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итә

Федераль аҡсаға Дим йылғаһы үҙәнен таҙартыу, сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн төҫлө контейнерҙар һатып алыу, «Өфөхимпром» заводы биләмәһен дәүләт реестрына индереү кеүек эштәр башҡарылған.

Быйыл милли проектҡа ярашлы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу һәм эшкәртеү комплекстары үҙгәртеп ҡорола, «Өфөхимпром» заводы биләмәһен таҙартыу башлана. Бәләбәй, Туймазы, Ишембай райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында сүп-сарҙы утилләштереү объекттары төҙөлә.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: