Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Июнь 2023, 15:00

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙгәрештәр көтөлә

Яңыртылған берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһында табипҡа яҙылыу, пациенттарға дарыуҙар һәм дауалар тәғәйенләү, дарыу сараларын контролләү үтә күренмәле буласаҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙгәрештәр көтөлә
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙгәрештәр көтөлә

Быйыл республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дәүләт мәғлүмәт системаһын яңыртыу буйынса эштәр планлаштырылған. Был «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының  «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу» төбәк проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Һаулыҡ һаҡлауҙың электрон сервистарында функцияларҙы киңәйтеү пациент һәм табиптың берлектәге эшмәкәрлеген еңеләйтәсәк. Яңыртылған берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһында табипҡа яҙылыу, пациенттарға дарыуҙар һәм дауалар тәғәйенләү, дарыу сараларын контролләү үтә күренмәле буласаҡ. Шулай уҡ мәғлүмәттәрҙе йыйыу, анализлау һәм эшкәртеү өсөн В-система яңыртыласаҡ, неонаталь скрининг һәм киңәйтелгән неонаталь скрининг үткәреү процестары автоматлаштырыласаҡ, федераль ойошмалар менән эшмәкәрлек яҡшырасаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың «май» указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

https://bashgazet.ru 

 

Автор:
Читайте нас: