Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Август 2023, 11:00

Рәсәй флагы аҫтында изге эш

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнөндә Бәләбәйҙә «Рәсәй һыуы» («Изге эштәр яры») экологик акцияһы уҙҙы. Ул Башҡортостан Республикаһы Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Туймазы территориаль идаралығы тәҡдиме менән уҙғарылды.

Рәсәй флагы аҫтында изге эш
Рәсәй флагы аҫтында изге эш

Комсомол быуаһы ярында Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте, Донской ауыл советы ауыл биләмәһе, ауыл клубы, « Автонормаль» заводы, ҡаланың һөт комбинаты һәм Туймазы идаралығы хеҙмәткәрҙәре йыйылды.

Ике сәғәттән артығыраҡ ваҡытта экоактивистар ике километрҙан ашыуыраҡ яр буйынан ял итеүселәр ҡалдырған  бер арба сүп-сар: быяла һәм пластик шешәләр, полиэтилен ҡапсыҡтар, ҡағыҙ йыйҙы.

Туймазы территориаль идаралығы начальнигы Азат Кәримов әйтеүенсә, дәүләт флагы – дөйөм берҙәмлек символы, Комсомол быуаһында дәүләт флагы көнөндә уҙғарылған экологик акция Бәләбәй районының муниципаль учреждениелар һәм сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен берләштерҙе.

– «Рәсәй һыуы» акцияһының маҡсаты – тәбиғәттә граждандарҙың үҙҙәрен тотоу, йәшәү эшмәкәрлеге ҡалдыҡтары менән дөрөҫ мөғәмәлә итеү  мәҙәниәтен формалаштырыу. Ял иткәндән һуң кешеләр яр буйында сүп-сар ҡалдырырға тейеш түгелдәр. Туймазы идаралығының экологик хеҙмәте мәктәп уҡыусылары һәм халыҡ араһында сүп-сарҙы айырып йыйыу һәм тирә-яҡ мөхитте бысратмау йәһәтенән даими рәүештә ағартыу эше алып бара. Бындай эштең ыңғай һөҙөмтә бирәсәгенә ышанабыҙ, – тип һүҙен йомғаҡланы Азат Юнир улы.

Күңел һалып башҡарылған һәр эш һәр саҡ кешеләр һәм илебеҙ файҙаһына булһын!

Мила Любченко материалы буйынса.

Автор фотолары

Рәсәй флагы аҫтында изге эш
Рәсәй флагы аҫтында изге эш
Рәсәй флагы аҫтында изге эш
Рәсәй флагы аҫтында изге эш
Рәсәй флагы аҫтында изге эш
Автор:
Читайте нас: