Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Ноябрь 2023, 10:40

Иң-иңдәр һайлана

Башҡортостанда Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнашасаҡ ирекмәндәр өсөн әңгәмәләшеүҙәр үтте.

Иң-иңдәр һайлана
Иң-иңдәр һайлана

21 ноябрҙә Өфөлә Һамар өлкәһендәге ВФМ-2024 ирекмәндәрҙе йәлеп итеү һәм әҙерләү үҙәге белгестәре ҙур халыҡ-ара ваҡиғаның буласаҡ ирекмәндәре менән тәүге әңгәмәләшеү үткәрҙе. Сара “Мәғариф” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.

Төбәктә 100-гә яҡын кеше әңгәмәләшеү үткән дә инде. Һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандан 60 ирекмән Сочиға Бөтә донъя йәштәр фестиваленә юллана.

Фестивалдең волонтерҙар корпусының бер өлөшө булыу өсөн йәмәғәт эшмәкәрлеге тәжрибәһе, командала эшләй белеү һәм юғары мотивация кимәле кәрәк. Бер йәки бер нисә сит телде белеү өҫтөнлөклө булып тора.

Һайлап алыу көнөндә Йәшлек House майҙансығында Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнашасаҡ ирекмәндәр 2017 йылғы Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнашыусылары, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса эшсе төркөм етәксеһе Эльвир Нафиҡов менән осрашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя йәштәр фестивале 1-7 мартта Сочиҙа “Сириус” федераль биләмәһендә уҙа. Унда ҡатнашыусыларҙың барлыҡ категориялары өсөн теркәлеү 1 декабргә тиклем fest2024.com.сайтында дауам итә.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.

Автор:по материалам издания < башкортостан>
Читайте нас: