Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Февраль , 13:18

Экологик талаптар үтәлеп төҙөләсәк

Проектҡа ярашлы, бында сүп-сарҙы сорттарға бүлеү станцияһы, биокомпостлау участкаһы, RDF-яғыулыҡ етештереү участкаһы һәм ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар полигоны төҙөләсәк.

Экологик талаптар үтәлеп төҙөләсәк
Экологик талаптар үтәлеп төҙөләсәк

31 ғинуарҙа “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Ҡыйғы районының экология мәсьәләләрендә битараф булмаған граждандары өсөн тура эфир үтте. Сара “Экология” милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо.

Осрашыуға район халҡының инициативалы төркөмө килде. Төп борсолоуҙары – Ҡыйғы районында төҙөләсәк күп функциялы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса комплекс экологияға зыян килтермәҫме? Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов әйтеүенсә, планлаштырылған объект барлыҡ тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте талаптарына яуап бирәсәк.

– Ҡыйғы районында яңы сүплек барлыҡҡа киләсәк тигән бөтә мифтарҙы юҡҡа сығарғым килә. Планлаштырылған объект заманса полигондар төҙөүҙөң бөтә ғәмәлдәге нормаларына ярашлы проектланасаҡ һәм күҙәтеү органдары комплекслы тикшергәс кенә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Бының ише заманса комплекстар республикала эшләй ҙә. Ҡыйғы районында йәшәгән кешеләр уларҙы барып күрергә теләһә, министрлыҡ быны ойошторорға әҙер, – тине ул.

Сүп-сарҙы эшкәртеүсе компания Ҡыйғы районында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса күп функциялы комплекс төҙөү пландары тураһында иғлан итте. Проектҡа ярашлы, бында сүп-сарҙы сорттарға бүлеү станцияһы, биокомпостлау участкаһы, RDF-яғыулыҡ етештереү участкаһы һәм ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар полигоны төҙөләсәк. Предприятиела 70 самаһы эш урыны булдырыласаҡ. Проектҡа өҫтөнлөклө статусы бирелгән.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. 

Автор:по материалам издания "башкортостан"
Читайте нас: