Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Февраль , 11:29

Башҡортостан урмандары авиапатрулләнә

Был уларҙы янғындарҙан һаҡлау маҡсатында эшләнә.  

Башҡортостан урмандары авиапатрулләнә
Башҡортостан урмандары авиапатрулләнә

Урман янғындарын булдырмау өсөн 2024 йылда Башҡортостанда 4 миллион гектар ерҙә авиапатрулләү ойоштороласаҡ. Был турала төбәктең Урман хужалығы министрлығы хәбәр итә.

-Ағымдағы йылда урмандарҙы янғындан һаҡлау өсөн дүрт миллион гектарҙа авиапатрулләү планлаштырыла. Шулай уҡ ер өҫтөнән 1,6 миллион гектар майҙан күҙәтеү аҫтында буласаҡ, - тиелә был хәбәрҙә.

Ут сығыу хәүефе юғары булған төбәктәрҙә “Урман һаҡлаусы” тип исемләнгән урман янғындарын иртә асыҡлау өсөн система ярҙамында тәүлек әйләнәһенә мониторинг алып барыласаҡ. Бының өсөн 15 видеокүҙәтеү камералары файҙаланыласаҡ.  

Янғын һүндереү станциялары өсөн быйыл 39,4 миллион һумлыҡ ете техника алынған.

“Экология” милли проекты (национальный проект "Экология") ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһы бысраныуының кимәлен кәметеүгә, Рәсәйҙең уникаль флораһы һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

  фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор:По материалам издания ИА "Башкортостан"
Читайте нас: