Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Апрель , 15:42

Милли технологик олимпиаданың финалы үтте

Сара “Мәғариф” милли проектына ярашлы ойошторолдо, тип хәбәр итә БР Мәғариф һәм фән министрлығы.    

Милли технологик олимпиаданың финалы үтте
Милли технологик олимпиаданың финалы үтте

Олимпиадала илдең төрлө төбәктәренән 33 мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. Башҡортостан данын Благовещен ҡалаһының А.Я. Першин исемендәге 4-се мәктәп уҡыусыһы Екатерина Будаева яҡланы. Милли технологик олимпиада 2015 йылдан башлап үткәрелә. Ул тәүҙә Милли технологик башланғыстарҙың Түңәрәктәр хәрәкәте олимпиадаһы булараҡ башланған. Артабан мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн инженерлыҡ ярыштары күп кимәлле проектҡа әйләнә. Ул өҫтөнлөклө технологик мәсьәләләрҙе хәл итергә теләгән һәм хәл итә алған төрлө кешеләрҙе берләштерә. Милли технологик олимпиадала ҡатнашҡан Бөтә Рәсәй уҡыусылары һәм студенттары иң яҡшы белгестәрҙә белем ала һәм дәүләт компаниялары, технологик тармаҡтар лидерҙары, алдынғы технологик компаниялар ҡуйған бурыстарҙы хәл итә. Ҡатнашыусылар төрлө өлкәләр – яһалма интеллект, нейротехнологиялар һәм башҡалар менән таныша.

“Милли технологик олимпиадала ҡатнашыусылар практик мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә уникаль тәжрибә ала. Уларҙың барыһының да алдынғы белгестәрҙән бушлай лекциялар, вебинарҙар алыу, төрлө мәсьәләләрҙе тикшереү мөмкинлеге бар. Олимпиадала еңеү алдынғы инженер вуздарына һынауҙарһыҙ уҡырға инеү хоҡуғын бирә. Шулай уҡ еңеүселәрҙе стажировкаларға саҡыралар, сығарылыш курсы студенттарына магистратураға ингәндә өҫтәмә бонустар алыу мөмкинлеген бирә”, – тине БР мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин.

Билдәле булыуынса, "Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: gtrk.tv

Автор:по материалам издания "башкортостан"
Читайте нас: