

Юлсылар бында ике ҡат асфальт түшәгән, юл ситтәрен нығытҡан, ике йәмәғәт транспорты туҡтау майҙансығын һәм автобус туҡталышын төҙөкләндергән.
Заказсыһы БР Юл хужалығы идаралығы булған объект яҡын арала файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
«Дорремстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бригадалары шулай уҡ Бәләбәй ҡалаһы урамдарында юл япмаһын ремонтлау менән шөғөлләнә. Республиканың башҡа райондарында урынлашҡан объекттарҙа ла эшләйҙәр.
Римма Солтанова.
Елена Петрова фотолары