1981 йылда төҙөлгән мәктәпкәсә учреждениеға ремонт талап ителгән була. Һөҙөмтәлә балалар баҡсаһының 14 бүлмәһендә линолеум алмаштырыла, тәҙрә блоктары ҡуйыла. Хәҙер бүлмәләрҙә йылыраҡ, яҡтыраҡ булып киткән.
- Тәҙрәләрҙе, иҙән япмаларын алмаштырыу төркөмдәрҙәге микромөхитте яҡшыртты. Хәҙер беҙҙең тәрбиәләнеүсләргә бында шөғөлләнеүе лә, уйнауы ла уңайлы. Бөтә коллектив, ата-әсәләр, тәрбиәләнеүселәр исеменән беҙҙең хыялды тормошҡа ашырырға ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт, - тине балалар баҡсаһы мөдире Нина Ртищева.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.