2025 йыл башынан Башҡортостанда ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталында дәүләт милкендәге ер участкаһының урынлашыу схемаһын раҫлау буйынса онлайн-хеҙмәтенә 2090 ғариза ебәргән. Эшҡыуарҙар өсөн электрон сервистарҙы үҫтереү — “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Экономика данных”) төп бурыстарының береһе, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан.
– Республика эшҡыуарҙарының ер участкаларын урынлаштырыу схемаларын раҫлау буйынса һанлы сервисты әүҙем ҡулланыуы бизнес менән дәүләттең үҙ-ара хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелеген арттырыу тураһында һөйләй. Был процедураны электрон форматҡа күсереү уны биш эш көнөнә тиклем ҡыҫҡартырға ғына түгел, ә ғариза биреүселәрҙең сығымдарын кәметергә, процестың асыҡлығын һәм күҙалланыуын тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Был административ кәртәләрҙе бөтөрөү һәм төбәктә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу булып тора, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.
Дәүләт милкендәге ер участкаһының урынлашыу схемаһын раҫлау дәүләт сервисы ер участкаһы бүленгән йәки берләштерелгән осраҡта тормошҡа ашырыла. Хеҙмәт биш эш көнө дауамында күрһәтелә.
– Бизнес өсөн электрон хеҙмәттәр традицион рәүештә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хеҙмәттәре порталында популяр. Бындай сервистарҙы үҫтереү төбәктең эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу процесын һәм инвестиция йәлеп итеүсәнлеген оптималләштереүҙең төп бурыстарының береһе булып тора. Шулай итеп, ер участкаһының урынлашыу схемаһын раҫлау буйынса онлайн-хеҙмәт эшләй башлағандан алып эшҡыуарҙар 59 меңдән ашыу ғариза ебәргән, — тип хәбәр итте Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.