Конференциялы Гатчина дәүләт университеты, Санкт Петербург сәнәғәт технологиялары һәм дизвайн дәүләт университеты, Ҡазан милли тикшеренеү технология университеты һәм башҡа уҡыу йорттары ҡатнашты.
-Башҡортостан – ҙур сәнәғәт потенциалына эйә. Был химия һәм нефть химияһы , машиналар эшләү, тау сәнәғәте, металлургия, юғары технологиялар, электроника тармаҡтары. Айырым тармаҡ итеп еңел сәнәғәтте күрһәтер инем. Унда 300-ләп предприятие эшләй, уларҙа 9 меңләп кеше хеҙмәт итә. Күп предприятиелар кейем тегеү, халыҡ кәсептәрен йүнәлешен үҫтерә, – тине Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.