Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2025, 13:00

Ҡыҙыл китаптың яңы томы донъя күрҙе

Баш ҡалала Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабының өсөнсө баҫмаһының – «Хайуандар» томының исем туйы үтте.

Ҡыҙыл китаптың яңы томы донъя күрҙе
Ҡыҙыл китаптың яңы томы донъя күрҙе

1984 йылда үҙ тарихын башлаған китап яңыртылып һәм өҫтәмә мәғлүмәттәр менән тулыланып баҫылып сыҡты.

Унда республикала һирәк осраған йәнлектәр тураһында көнүҙәк мәғлүмәттәр табырға мөмкин. ‎Сара «Экологик именлек» милли проекты (нацпроект «Экологическое благополучие») ярҙамы менән тормошҡа ашырылды, тинеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында. ‎

- Был китап өҫтөндә эшләгән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Был ҙур эште беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ, Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары һәм студенттарының фиҙаҡәр хеҙмәте ярҙамында башҡарып сығарҙыҡ. Был беҙҙең тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауға йүнәлтелгән эшебеҙҙең башы ғына булыуына ышанам,  — тип билдәләне тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

«Башҡортостан» гәзите битенән.

Фото: Нияз Фазыловтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас