Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Ғинуар , 11:00

Ике маршрут рәсми туристик маршруттарҙың төбәк реестрына индерелде

«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә һәм Рәсәй буйлап, шулай уҡ сит илдәргә сәйәхәт ҡылыуҙы үҫтерергә ярҙам итә.

Ике маршрут рәсми туристик маршруттарҙың төбәк реестрына индерелде
Ике маршрут рәсми туристик маршруттарҙың төбәк реестрына индерелде

Октябрьский ҡалаһында «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» (национальный проект«Туризм и гостеприимство»),  милли проекты буйынса әҙерләнгән ике маршрут рәсми туристик маршруттарҙың төбәк реестрына индерелде, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте.

Ике йүнәлеш тә йылдың теләһә ниндәй миҙгеленә тап килә. «Үткәндән хәҙергегә тиклем» сәйәхәте музей буйлап экскурсияны, «Кентавр - власть символы» ижади оҫталыҡ дәресен, иҫтәлекле урындарҙы ҡарауҙы, башҡорт милли ризыҡтарынан һәм ҡаланың брендлы ризыҡтарынан аш-һыуҙан торған төшкө ашты үҙ эсенә ала. Маршрут оҙонлоғо - 4 саҡрым.

«Октябрьский ҡош бейеклегенән» маршруты туристарға иҫтәлекле урындар буйлап автобус экскурсияһы һәм ҡала өҫтөндә осоу тәҡдим итә. Программаға төшкө аш та индерелгән. Был маршруттың оҙонлоғо - 31 саҡрым.

«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә һәм Рәсәй буйлап, шулай уҡ сит илдәргә сәйәхәт ҡылыуҙы үҫтерергә ярҙам итә. Туристар - сифатлы сервис һәм яҡшы тәьҫораттар, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Былар барыһы ла сәфәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Автор:
Читайте нас