– Мәшғүллек хеҙмәтенең бөтә системаһын яңыртыу һөҙөмтәһендә клиенттарға ҡараш принципиаль үҙгәрҙе, мәшғүллеккә булышлыҡ итеү буйынса дәүләт хеҙмәттәре линейкаһында яңылары барлыҡҡа килде. Әле белгестәр арсеналында кадрҙар потенциалын үҫтереү һәм эш биреүселәргә ярҙам итеү, үҙ эшеңде асыу менән бәйле 10 тормош хәле һәм 5 бизнес-хәл буйынса әҙер ҡарарҙар бар, — тип билдәләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Бизнес-инициативаны тормошҡа ашырыу өсөн ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән граждандар кадрҙар үҙәгендә бизнесты булдырыуҙың бөтә этаптарында ла ярҙам ала. Эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса хеҙмәт һөнәри йүнәлеш биреү сараларын, кәрәк булғанда эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәренә һөнәри белем биреүҙе, бизнес-план төҙөүҙе һәм куратор менән эшләүҙе, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ структураларының профилле белгестәре менән индивидуаль консультацияларҙы, бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам түләүҙе, шәхси эшҡыуарҙы “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәгендә һәм берҙәм һанлы үҙәктә эш биреүсе сифатында теркәүҙе күҙ уңында тота.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.