Республиканың дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министры Г. Разумикин асыҡлауынса, йәштәр Дәүләт хеҙмәттәрен күберәк көндәлек тормошта ҡуллана. Был айырыуса электрон мәктәп көндәлегенә ЕСИА-лағы иҫәп яҙмаһы (учетная запись) аша инеү булдырылғас көнүҙәккә әйләнде.
– Үткән осор менән сағыштырғанда, үҫмерҙәр аккаунттары һаны 34,9 процентҡа артты, – тип белдерҙе ул.
Порталда иҫәп яҙмаһы булыуы үҫмерҙәргә федераль һәм республика кимәлендәге күп электрон сервистар менән файҙаланырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, улар электрон көндәлеккә үҙҙәре инә һәм уҡытыусы ҡуйған билдәләр, өйгә бирелгән эште ҡарай ала, уҡыу йортона инеү тураһында мәғлүмәт алыу, онлайн-курстарға яҙылыу, “Пушкин картаһы” алыу форсатына эйә була.
Иҫәп яҙмаһын уҡыусы бала үҙе йә ата-әсәһе теркәй ала. Атаһы йә әсәһе 14 йәшкә тиклемге баланы үҙ иҫәп яҙмаһына беркетә йә шәхси кабинеты аша теркәй икән, баланыҡы был осраҡта автоматик рәүештә иҫбатлау ала. Ата-әсә аша алынған иҫәп яҙмаһы балаға 14 йәш тулып, ошонан һуң 90 көн үткәнсе ғәмәлдә тип һанала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан алып тормошҡа ашырыла.
Мәғлүмәт, фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/788448/