Милли проекттар
17 Февраля , 06:00

Приют ҡасабаһының 2-се балалар сәнғәт мәктәбе яңыртыуға әҙерләнә

2025 йылда Бәләбәй районы Приют ҡасабаһының 2-се балалар сәнғәт мәктәбе «Ғаилә» милли проектының «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проекты сиктәрендә һайлап алыу турында еңеү яуланы.

Приют ҡасабаһының 2-се балалар сәнғәт мәктәбе яңыртыуға әҙерләнәПриют ҡасабаһының 2-се балалар сәнғәт мәктәбе яңыртыуға әҙерләнә
Приют ҡасабаһының 2-се балалар сәнғәт мәктәбе яңыртыуға әҙерләнә

Ошо еңеү арҡаһында учреждение яңы музыка ҡоралдары һәм заманса ҡорамалдар аласаҡ. Матди-техник базаны яңыртыу мәктәптең бер нисә бүлексәһенә: фортепиано, ҡыллы һәм халыҡ инструменттары бүлегенә ҡағыласаҡ. Шулай уҡ фондты уҡыу материалдары менән тулыландырыу планлаштырыла. Был белем биреү процесының сифатын күтәреүҙән тыш, йәш һәләттәрҙе ижади яҡтан үҫтереү өсөн яңы офоҡтар асасаҡ.

Проектты тормошҡа ашырыу, йәш музыканттар өсөн уңайлы һәм илһамландырғыс мөхит тыуҙырып, балалар ижадын үҫтереүҙә мөһим аҙым буласаҡ.

 

Автор:
Читайте нас