Әлеге ваҡытта амфитеатр рәүешендә эшләнгән заманса сәхнәне һәм эскәмйәләрҙе ҡуйыу эше бара. Яңы элементтар биләмәне матурлап ҡына түгел, күп кеше ҡатнашҡан сараларҙы үткәреү өсөн уңайлы ла буласаҡ.
Шуны билдәләргә кәрәк, рейтинг тауыш биреүенең сираттағы этабы тиҙҙән башланасаҡ. Һөҙөмтәлә киләһе йылда төҙөләсәк объект асыҡланасаҡ.
-Иртәгә ауылыбыҙҙың нисек булырына битараф түгелбеҙ. Райондың үҙгәреүен күрәбеҙ һәм ғаилә менә ял итеү өсөн уңайлы, заманса урындарҙы булдырыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индергебеҙ килә. Тауыш биреүҙә ҡатнашыу – Шаран үҫешенә йоғонто яһауға реаль этәргес ул, - тип белдерҙе Шаран ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Бадриев.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) төп маҡсаты – ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше. Был – торлаҡ, юлдар төҙөлөшө, социаль һәм коммуналь инфраструктураны, йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттарын булдырыу һәм башҡалар. Яңыртылған милли проекттар быйылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарҙарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: Шаран район хакимиәте.