

Хатта йәй көнө лә актив ауыл ҡатын-ҡыҙҙары осрашыу һәм күңел күтәренкелеген һаҡлар өсөн ваҡыт таба.
– Һаулыҡ - кешелә булған иң ҡәҙерле нәмә, һәм ул барлыҡ байлыҡтан да өҫтөнөрәк. Кеше һаулығы күп осраҡта үҙебеҙҙән тора, сәләмәт йәшәү рәүеше күнекмәләрен һаҡлау мөһим.
«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проекты сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йортонда «Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух» конкурсы үтте. Сарала ҡатнашыусылар һаулыҡтың нимәгә бәйле булыуын, уны нисек һаҡлап ҡалыу һәм ауырыуҙарға юл ҡуймау, шулай уҡ файҙалы физик күнегеүҙәр яһағанда нисек яҡшы кәйефтә ҡалыу тураһында белде, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты осрашыуҙы ойоштороусы Рузилә Сәхибгәрәева.
Фото: Анновка ауыл мәҙәниәт йорто