

Макулатура йыйыуҙа ғәҙәттәгесә мәктәп, предприятие коллективтары, ғаиләләр ҡатнаша. Республикала йәшәгән һәр кем экологик яуаплылыҡ күрһәтә һәм акцияға ҡушыла ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уны ойоштороусылар булып Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ярҙамында «Экосистема» Бөтә Рәсәй экологик хәрәкәте менән берлектә «Милли өҫтөнлөктәр» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы сығыш яһай. Төп маҡсат – экологик мәҙәниәтте күтәреү һәм һәр беребеҙҙә тәбиғәт ресурстарына яуаплы мөнәсәбәт тәрбиәләү.
«Башҡортостан Республикаһы «БумБатла»ның алтынсы миҙгелендә бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, - тип хәбәр итте республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. - Төбәк 875,7 тонна макулатура йыйып, ҙур субъекттар араһында беренсе урынды һәм дөйөм зачетта алдынғы урынды яуланы. Йыйылған бөтә материалдар ҙа эшкәртеүгә ебәрелде. Шуларҙан гофрокартон, төрөү материалдары һәм башҡа ҡағыҙ продукция етештерелгән. Һәр тонна - ҡотҡарылған ағастар һәм экологияға ҙур өлөш».
Иғтибар итегеҙ! Акция 2027 йылдың 31 майына тиклем дауам итә. Быйыл ноябрҙә коллектив, шәхси һәм ғаилә зачёттарына йомғаҡ яһаласаҡ.
Ойоштороусылар «Бәйләнештә» һәм «Класташтар»ҙа креатив постар конкурстары уҙғарырға ниәтләй – һөҙөмтәләр миҙгел аҙағында иғлан ителә.
Макулатура йыйығыҙ, БУМБАТЛ.РФ сайтында теркәлегеҙ һәм социаль селтәрҙә хештегтар менән ҡатнашығыҙ.
Ситтә ҡалмағыҙ! Һәр килограмм макулатура тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Бергәләп республикабыҙҙы таҙараҡ һәм йәшелерәк итәсәкбеҙ.