«Мираҫ»та ижади осош

«Мираҫ» учреждениеһында джут ептәренән «Бәхет ҡошо» һаҡлағысын яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Сара «Ғаилә» милли проекты һәм «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проекты сиктәрендә ойошторолдо.

«Мираҫ»та ижади осош«Мираҫ»та ижади осош
«Мираҫ»та ижади осош

«Көмөш йәштәге» һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙар ижад көнөнөң төп героинялары булды.

Эш барышында оҫтабикәләр ептәрҙән үреп, бәйләп ғәжәйеп ҡоштар яһаған. Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусылар традицияларҙы иҫкә төшөрә һәм ҡул хеҙмәтенән ҡәнәғәтлек ала. Һөҙөмтәлә хәҙер һәр ҡатындың үҙенсәлекле «Бәхет ҡошо» бар.

Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, «Бәхет ҡошо» - ул биҙәүес кенә түгел. Был өмөт һәм яҡшылыҡҡа ышаныс символы. Һәм хәҙер һәр оҫтабикә ҡулдан яһалған ҡош ҡына түгел, ә уларҙы теләһә ниндәй көндә һаҡларҙай дөйөм йылылыҡтың бер өлөшөн дә үҙе менән йөрөтә.

Фотолар: «Мираҫ» учреждениеһы

«Мираҫ»та ижади осош
«Мираҫ»та ижади осош
«Мираҫ»та ижади осош
«Мираҫ»та ижади осош
«Мираҫ»та ижади осош
«Мираҫ»та ижади осош
«Мираҫ»та ижади осош
Автор:Алһыу Фәйезова әҙерләне
Читайте нас