Милли проекттар
6 Августа , 12:00

Хәүефһеҙлек – өҫтөнлөклө йүнәлеш

Бәләбәй районы 2025 йыл өсөн «Хеҙмәт һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы муниципаль берәмек» республика конкурсында беренсе урын яуланы.

Хәүефһеҙлек – өҫтөнлөклө йүнәлешХәүефһеҙлек – өҫтөнлөклө йүнәлеш
Хәүефһеҙлек – өҫтөнлөклө йүнәлеш

Эксперт баһаһын вәкәләтле комиссия үткәрҙе: уға Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы, Росстаттың Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы, Рәсәй Социаль фонды бүлексәһе һәм республика Профсоюздар федерацияһы белгестәре инде. Эксперттар төп күрһәткестәрҙе: производствола имгәнеүҙәр һәм профессиональ ауырыуҙар кимәлен, профессиональ хәүеф менән идара итеү системаларын индереүҙе, шулай уҡ предприятиелар тарафынан иҫкәртеү сараларына йүнәлтелгән аҡса күләмен ентекле анализланы. Ошо критерийҙар дәүмәле буйынса Бәләбәй районы, конкуренттарын уҙып китеп, рейтингтың юғары баҫҡысын биләне.

Икенсе урында - Көйөргәҙе районы, өсөнсөлә - Шаран.

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырыу – ул күҙ буяу өсөн генә түгел, ә кешеләрҙең именлегенә ысын өлөш индереү. Бындай эш «Кадрҙар» милли проекты бурыстарына тулыһынса яуап бирә: хеҙмәткәрҙең һаулығын һаҡлау, тимәк, төбәктең хеҙмәт потенциалын һаҡлау һәм уның иҡтисадын нығытыу.

Автор:Светлана Шириня
Читайте нас