Милли проекттар
18 Августа , 05:00

Быйыл һигеҙ проект буйынса эштәр алып барыла

Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу конкурсында еңеүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Башҡортостан 3,8 миллиард һум федераль аҡса йәлеп итте.

Быйыл һигеҙ проект буйынса эштәр алып барылаБыйыл һигеҙ проект буйынса эштәр алып барыла
Быйыл һигеҙ проект буйынса эштәр алып барыла

Башҡортостандың уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашҡан осорҙа 20 ҡалала, биш тарихи ауылда һәм өс терәк тораҡ пунктта 44 инициатива еңеүсе була. Уларҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 3,8 миллиард һум аҡса йәлеп ителә. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә үткәрелгән конкурста ҡатнашыу һөҙөмтәһендә Башҡортостан картаһында 31 яңы тартылыу нөктәһе барлыҡҡа килде лә инде.

Быйыл һигеҙ проект буйынса эштәр алып барыла. Йыл аҙағына тиклем түбәндәге ҡала һәм ауылдарҙа биләмәләрҙе төҙөкләндереү планлаштырыла:

- Бәләбәй ҡалаһы (“Новаторҙар бульвары”);

- Салауат ҡалаһы (“Салауат: ысынбарлыҡ аша ете төш”);

- Учалы ҡалаһы (“Урал батыр юлы”);

- Октябрьский ҡалаһы (“Октябрьский: мираҫты һаҡлап”);

- Шишмә ҡасабаһы (“Шишмә – дуҫлыҡ шишмәһе”).

Тағы өс проектты тормошҡа ашырыу 2027 йылда тамамланасаҡ. Был:

- Дүртөйлө ҡалаһы (“Иванаев баҡсаһы. Киләсәк үҫентеләре”);

- Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы (“Үрге Йәркәй үҙәгенең бәйләүсе ептәре”);

- Кушнаренко районы Кушнаренко ауылы (“Топорниндар һуҡмағы”).

10 августа йомғаҡ яһаған сираттағы конкурста Башҡортостан йәнә юғары һөҙөмтәләр күрһәтте һәм лидер төбәктәр араһында үҙ позицияһын нығытты. Башҡортостандың ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү институты ҡатнашлығында әҙерләнгән тағы ла биш проект еңеүсе булды. Уларҙы 2027-2028 йылдарҙа тормошҡа ашырыу планлаштырыла:

- Стәрлетамаҡ ҡалаһы (“Ашҡаҙар аръяғы яр буйы: Тоҙ пристанен дауам итеү” Пугачев урамы буйлап Ашҡаҙар йылғаһы яр буйын төҙөкләндереү, йәйәү йөрөү зонаһы, ғаилә ялы зонаһы, балалар, күҙәтеү һәм спорт майҙансыҡтары һәм ҡулса маршруттары селтәре булдырыу);

- Туймазы ҡалаһы (“Беренсе Туймазы урамы” – Октябрҙең 70 йыллығы урамындағы скверҙы төҙөкләндереү, ҡаланың рекреацион киңлектәрен һәм функциональ кластерҙарын дөйөм системаға берләштергән берҙәм велосипед йәйәүлеләре маршрутын булдырыу);

- Благовещен ҡалаһы (“Благовещенск. Һыу мәҙәниәте” Потеха йылғаһында ҡала быуаһы яр буйын төҙөкләндереү, ике инеү төркөмө, балалар майҙансығы, ял зонаһы, амфитеатр, сәхнә, пляж зонаһы һәм күҙәтеү башняһы булдырыу);

- Яңауыл ҡалаһы (“Яңауылдың икенсе яғы: төньяҡ быуа янында” ҡаланың төньяҡ өлөшөндәге быуа эргәһендәге элекке сәнәғәт территорияларын ревитализациялау, күҙәтеү майҙансығы һәм пирсы булған яр буйын төҙөкләндереү, йәйәүлеләр маршруты, ял итеү зоналары, спорт кластеры, уйын һәм тематик майҙансыҡтар булдырыу);

- Салауат районының Малаяҙ ауылы (“Малаяҙ ауылының Үҙәк майҙаны: ер иҫтәлеге һәм ваҡыт биҙәге” милли мираҫҡа таянып үҙәк майҙанды төҙөкләндереү).

– Күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ғәйәт ҙур эш талап ителә – идеянан алып тормошҡа ашырыуға тиклем ике-өс йыл үтә, – тине Ирина Голованова. – Проекттар концепцияһын әҙерләүҙең һәр этабында халыҡтың фекерен, ихтыяждарын һәм теләктәрен иҫәпкә алыу өсөн йәмәғәт фекер алышыуҙары һәм һорау алыуҙар үткәрелде. Һөҙөмтәлә яңы объекттар асыҡ, уңайлы, функциональ һәм үҙенсәлекле буласаҡ.

Башҡортостан Башлығы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҡәтғи контролде тәьмин итергә ҡушты.

– Ҙур күләмдә ойоштороу эшен башҡарыуҙарын күрәм. Хәҙер барыһын да тамамларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Был объекттар ҡалаларыбыҙҙы һәм ауылдарыбыҙҙы биҙәй. Быларҙың барыһына ла үҙем шатланып ҡарайым.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:
Читайте нас