

«Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса «Йәштәр» скверын төҙөкләндереүҙең икенсе этабы тамамланды тиерлек.
Был проект – 2025 йылда Бөтә Рәсәй тауыш биреүендә еңеүсе.
Беренсе этапта асфальт түшәнеләр, һуҡмаҡтар эшләнеләр, эскәмйәләр ҡуйҙылар һәм күп функциялы спорт майҙансығы төҙөнөләр.
Икенсе этапта майҙансыҡтарға асфальт түшәлде, тротуар һәм юл бордюрҙары ҡуйылды, резина япма һалынды, ҡорамалдар – памп-трек, мини-рампа, өҫтәл теннисы өсөн өҫтәлдәр ҡуйылды, газонға үлән сәселде.
Хәҙер видеокүҙәтеү камералары ҡуйыла.
Эштәрҙе «Триада-Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең подряд ойошмаһы башҡара. Контракт хаҡы 6 653 985, 21 һум тәшкил итте.
Балалар Һәм өлкәндәр Ленин урамындағы төҙөкләндерелгән ял урынын актив файҙалана.