

Экскурсия программаһы комплекстың бөтә технологик сылбырын үҙ эсенә алды: йәш ҡунаҡтар сүп-сар ташыусы машиналарҙы бушатыу зонаһынан сорттарға айырыу линияһына тиклемге юл үтте. Уҡыусылар дөйөм ҡалдыҡтар ағымынан файҙалы фракцияларҙың — быяла, ҡатырға, пластик һәм металды ҡул менән айырып алыуҙарын үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Шулай итеп, балалар сүп-сарҙы эшкәртеүгә юл ни тиклем ҡатмарлы һәм был процестың һәр стадияһы ни тиклем мөһим икәнен аңлай алды.
«Экология Т» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, сәфәр ҡатнашыусыларҙың теоретик әҙерлегенә ҡиммәтле ғәмәли өҫтәмә булып тора: «Беҙҙең балалар дүрт ай инде «Йәшел старт» программаһы буйынса уҡый: экоактивистар менән осраша, тыуған яҡ тарихын өйрәнә һәм саралар ойоштороу нигеҙҙәрен үҙләштерә. Улар өсөн был экскурсия - белемде практикала нығытыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Күп кенә уҡыусылар хәҙер үҙ мәктәптәре өсөн «Таҙа Уйындар» үткәрергә әҙерләнә».
Фотолар «Экология Т» йәмғиәтенән