Милли проекттар
8 Сентября , 09:00

«Урман» операцияһы: закон боҙоусылар язаға тарттырыласаҡ

2026 йылдың 14 сентябренән 12 октябренә тиклем республиканың урман фонды биләмәһендә «Урман» ведомство-ара оператив-иҫкәртеү операцияһы үтәсәк.

«Экологик именлек» милли проектына ярҙам итеү маҡсатында ҙур сара үткәрелә. Төп маҡсат – ағасты законһыҙ ҡырҡыуҙарға юл ҡуймау һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы оператив рәүештә туҡтатыу, шулай уҡ ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу.

Рейдтарға дәүләт урман инспекторҙары, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, башҡарма ведомстволар вәкилдәре һәм йәмәғәт урман инспекторҙары йәлеп ителәсәк. Берлектәге тырышлыҡ менән белгестәр ағастың законһыҙ әйләнешенең төп каналдарын ышаныслы ябырға ниәтләй.

Дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа, урман массивтарынан сығыу урындарында һәм йыш ҡына ҡағиҙә боҙоуҙар теркәлгән участкаларҙа контролгә айырыуса иғтибар бүленә. Мобиль төркөмдәр тәүлек әйләнәһенә биләмәләрҙе патрулләйәсәк һәм ағас әҙерләүҙең һәм ташыуҙың ни дәрәжәлә законлы алып барылыуын тикшерәсәк. Урман менән файҙаланыусыларҙан рөхсәт документтары мотлаҡ һораясаҡтар – уларһыҙ ағас ташыу ярамай.

БР Урман хужалығы министрлығында иҫкә төшөрәләр: ағастарҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн етди яуаплылыҡ ҡаралған. РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 8.28-се статьяһы буйынса ҡағиҙә боҙоусыға административ яза, ә ауырыраҡ осраҡтарҙа РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы янай. Бынан тыш, ғәйеплеләр урман фондына килтерелгән зыянды тулыһынса ҡапларға бурыслы.

Көсәйтелгән күҙәтеү урмандарҙы браконьерҙарҙан һаҡларға һәм киләсәк быуындар өсөн ҡиммәтле ресурстарҙы һаҡларға ярҙам итәсәк.

Фото БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән

Автор:Светлана Шириня
Читайте нас