Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
1 Апрель 2022, 11:00

Бала тәрбиәләгән ғаиләләргә түләүҙәр

Рәсәй Президентының 8-17 йәшлек балаһы булған ғаиләләргә матди ярҙам тураһында указы хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Аҡса мохтаждарға түләнергә тейеш.

Бала тәрбиәләгән ғаиләләргә түләүҙәр
Бала тәрбиәләгән ғаиләләргә түләүҙәр

Был башланғыс тураһында дәүләт башлығы 8 мартта белдерҙе. Ярҙам сараһы  бөгөндән ғәмәлгә индерелә. Аҡса 2022 йылдың майында түләнә башлай. Указды тормошҡа ашырыу өсөн 500 млрд һум бүленгән.

Түләүҙәр килеме йән башына йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләргә бирелә. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре сайтында бирергә, һуңынан Рәсәй Пенсия фонды бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

 

Автор:
Читайте нас: