Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
15 Май 2022, 11:00

Ни өсөн ғаризалар ваҡытында ҡаралмай?

Өс йәштән ете йәшкә хәтлемге балаларға пособие түләү буйынса һорауҙар күп...

Ни өсөн ғаризалар ваҡытында ҡаралмай?
Ни өсөн ғаризалар ваҡытында ҡаралмай?

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенә төрлө мөрәжәғәттәр күпләп килә. Түләүҙәр тәғәйенләү, айырым алғанда, өс йәштән ете йәшкә хәтлемге балаларға пособие темаһына һорауҙар айырыуса йыш була.

Кешеләр социаль селтәрҙәрҙә төрлө комментарийҙар ҡалдыра. Әйтеүҙәренсә, халыҡты социаль яҡлау органдары күптәрҙең ғаризаһы буйынса яуап бирмәй.

Баҡтиһәң, проблема техник эштәргә бәйле икән. Башҡортостандың халыҡты социаль яҡлау үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо сәбәпле ғаризалар 28 апрелдән 13 майға тиклем ҡаралмаған. Бөгөн иһә был тәңгәлдә эштәр көйләнгән, ҡалған ғаризаларға киләһе көндәрҙә яуап бирәсәктәр. 

 

Автор:
Читайте нас: