Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
26 Май 2022, 13:00

1 июндән пенсия арта!

Рәсәй Президенты  Владимир Путин йәшәү минимумының 10 процентҡа арттырыласағын иғлан итте.

1 июндән пенсия арта!
1 июндән пенсия арта!

Закон проекты 1 июндән көсөнә инәсәк. Уртаса ул ил буйынса 13 мең 919 һум тәшкил итәсәк.

Бына тыш, ил етәксеһе Дәүләт советы президиумы ултырышында 1 июндән эшләмәүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы 10 процентҡа артасағын белдерҙе. Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, уртаса пенсия күләме 19 мең 360 һум тәшкил итәсәк.  1 июлдән хеҙмәткә түләүҙең минималь дәүмәле лә 10 процентҡа арттырыла. Ул айына 15 мең 279 һумға етергә тейеш. Граждандарға ғариза яҙыу кәрәкмәй, барыһы ла автоматик рәүештә башҡарыла.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: