Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
28 Май 2022, 13:00

3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асылды

27 майҙан Башҡортостандың ситуация үҙәге 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә түләүҙәр мәсьәләләре буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә башланы.

3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асылды
3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асылды

Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Алиса Шәмсетдинова Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуы эфирында әйтеүенсә, операторҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

Ситуация үҙәгенең ҡыҙыу бәйләнеш номерҙары: +7 (347) 218-19-19, 122. Бынан тыш, белгестәр ярҙамында башҡа социаль әһәмиәтле темалар буйынса (эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы, ковидты иҫкәртеү) консультация алырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас: