Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
2 Июнь 2022, 11:00

«Герой-әсә» почетлы исеме тергеҙелерме?

Балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы Кремлдә Президент «Ата-әсәлек даны» орденына лайыҡ булыусы күп балалы ғаиләләр менән осрашты.

«Герой-әсә» почетлы исеме тергеҙелерме?
«Герой-әсә» почетлы исеме тергеҙелерме?

Ил Башлығы сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм бер нисә тәҡдим менән сығыш яһаны.

– Орден-миҙалға ирешкән ғаиләләр өсөн аҡсалата ярҙам булдырырға тәҡдим итәм. «Әсәлек даны» миҙалы өсөн 200 мең һум, «Ата-әсәлек даны» ордены өсөн 100 мең һум пособиены 500 мең һумға тиклем арттырырға кәрәк, – тине Путин.

Шулай уҡ ул Совет осоронда тапшырылған «Герой-әсә» почетлы исемен тергеҙергә һәм уның өсөн бер миллион һум күләмендә түләү булдырырға тәҡдим итте. Президенттың һүҙҙәренсә, күп балалы ғаиләләр трендҡа әйләнергә тейеш.

 

Автор:
Читайте нас: