Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
27 Июнь 2022, 17:00

Һыйырлы булғандар

2014 йылдан Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтелә. Был программанан Бәләбәй районында тиҫтәләгән ғаилә файҙаланды.

Һыйырлы булғандар
Һыйырлы булғандар

2022 йылда муниципаль районда шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға 10 контракт төҙөү ниәтләнә. Биш кеше республиканың халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге менән контракт төҙөгән дә инде.
Ыҫлаҡбаш ауылынан ишле ғаилә 100 мең һум бер тапҡыр бирелә торған ярҙам алған. Ирле - ҡатынлы Гөлбахор Ҡарабаева менән Анатолий Беляков алты бала тәрбиәләй. Ярты йыл элек бирелгән аҡсаға улар һыйыр алған.

Знаменка ауылынан Лилиә һәм Алексей Серягиндар адреслы ярҙамға шулай уҡ һыйырлы булғандар. Шуның менән малдарын, тимәк килемдәрен арттырғандар.

Римма Солтанова материалы буйынса

Автор:
Читайте нас: