Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
4 Август 2022, 13:00

Ғаиләләргә файҙаһы тейһен!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә күп балалы һәм инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам сараһы барлығы тураһында хәбәр итте.

Ғаиләләргә файҙаһы тейһен!
Ғаиләләргә файҙаһы тейһен!

«Быйылғы йәйҙән йорт төҙөү йәки һатып алыу өсөн бирелгән таныҡлыҡты ипотекаға беренсе иғәнәне түләү өсөн файҙаланырға мөмкин. Уны шулай уҡ төп бурысты йәки проценттарҙы ҡаплау маҡсатында файҙаланып була», – тип яҙған Андрей Назаров.

Ә быға тиклем күп балалы һәм инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр йорт төҙөү өсөн ер участкаһына ғына дәғүә итә ала ине. Төбәктә йәшәүселәр һорауы буйынса был сара киңәйтелде. Ергә мохтаж булмағандар, әммә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләгәндәр 250 мең һум күләмендә аҡса алыу хоҡуғына эйә. «Был хеҙмәт халыҡта ҙур һорау менән файҙалана. 2020-2021 йылдарҙа 100 миллиондан ашыу һумлыҡ 600 таныҡлыҡ тапшырҙыҡ. Ағымдағы йылда 2016 йылдың 31 декабренән сиратҡа торған барлыҡ граждандар ҙа файҙалана ала. Ошо маҡсатта бюджетта тағы 100 миллион һум ҡаралған, тик программа тормошҡа ашырылған һайын сумма ла артасаҡ», – тип яҙған Премьер-министр.

Бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны алыу мәсьәләһе буйынса урындағы муниципалитетҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: